Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 43:30 - Башкирский ВЗ (неполный)

30 Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу–һағыныу тойғоһо солғап алды – саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды – саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 43:30
16 Referencias Cruzadas  

Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


Ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.


Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios