Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 43:29 - Башкирский ВЗ (неполный)

29 Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 43:29
22 Referencias Cruzadas  

Раббы Үҙенең яҡты йөҙө менән балҡытһын, Һиңә мәрхәмәтле булһын!


– Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.


Бына хәҙер: «Беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын Алла!» – тип Алланан яҡшы мөнәсәбәт һорап ҡара. Һеҙ шундай ҡорбандар килтергәндән һуң, Ул һеҙгә нисек яҡшы мөнәсәбәттә була алһын? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Йә Раббы! Һин беҙгә мәрхәмәтле бул, Сөнки бөтә өмөтөбөҙ Һиндә. Һәр иртә беҙҙең ҡеүәтебеҙ бул, Ауыр саҡта ҡотҡарыусыбыҙ бул!


Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы, Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ! Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр. Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер.


Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.


Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.


Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.


Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, шымсы түгел.


Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.


Һин иһә беҙ ҡолдарыңа: «Уны яныма алып килегеҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрәйем, – тинең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios