Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 42:28 - Башкирский ВЗ (неполный)

28 – Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята. Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә: – Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 – Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята. Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә: – Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 42:28
14 Referencias Cruzadas  

Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Әгәр Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Һөйгәнемә ишек астым, Ә ул инде китеп барған! Ул киткәнгә йөрәгем өҙөлөп төштө… Эҙләнем мин, әммә таба алманым, Саҡырҙым, тик яуап ҡайтарманы.


Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Миңә ҡотолоу тик Унан килер.


Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер.


Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышына ла өркөп ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.


– Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным! Шунан уларға Шимғондо алып килде.


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.


Ҡәнғәнгә, аталары янына ҡайтҡас, үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙеләр:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios