Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 42:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 – Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 – Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 42:21
29 Referencias Cruzadas  

Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы».


Шуға күрә Раббы былай ти: „Һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ирек бирмәнегеҙ. Инде хәҙер Мин һеҙгә ирек бирәм, – ти Раббы, – ҡылыстан, үләттән һәм аслыҡтан һәләк булыу ирке бирәм. Һеҙҙе донъялағы бөтә батшалыҡтарға ҡурҡыу һалып тороусы өлгө итәсәкмен.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?


Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.


Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине: – Мин бөгөн гонаһымды иҫемә төшөрҙөм.


Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә».


– Мин Йософ, – тине ул ағаларына. – Атайым нисек, иҫәнме әле? Тегеләр иһә шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.


Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»


– Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios