Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 41:38 - Башкирский ВЗ (неполный)

38 – Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

38 – Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 41:38
14 Referencias Cruzadas  

Һиндә илаһи рух, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем.


Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.


Раббы Мусаға былай тине: – Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал,


япраҡтары ғәжәп матур, мул емешенән донъя туҡланған, төбөндә ҡырағай януарҙар йыйылған, ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡорған ағас –


«Эй Белтешассар, тылсымсылар башлығы! Мин һиндә мөҡәддәс илаһи рух барлығын беләм, һинең өсөн теләһә ниндәй серҙе асыу һис ҡыйын түгел. Әйт әле, мин ниндәй төшөмдә күргән күренмештәрҙең нимә аңлатҡанын һөйләп бир.


Үҙенә бирелгән тиңдәшһеҙ рух менән Даниил был вәзир һәм идарасылар араһында айырылып тора ине, шуға ла батша уны бар батшалыҡҡа баш итеп ҡуйырға ниәтләне.


Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән һарай әһелдәренең күңеленә хуш килде.


Соған ҡалаһының башлыҡтары ниндәй ахмаҡ! Фирғәүендең аҡыллы кәңәшселәре тиле кәңәштәр бирә. Улар нисек фирғәүенгә: «Беҙ – аҡыл эйәләре тоҡомо, Боронғо батшалар нәҫеленән», – тип әйтергә баҙнат итә?


Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр; хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр.


Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләр түгел, батшаларға хеҙмәт итер.


Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios