Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 40:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 40:8
17 Referencias Cruzadas  

Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Ул шул тиклем ҡеүәтле һәм бөйөк, Башы күктәргә олғашҡан, Ерҙең һәр тарафынан күренеп тора.


Батша шундай ауыр һорау бирә, уға, илаһтарҙан башҡа, бер кем дә яуап бирә алмаҫ, ә илаһтар кеше араһында йәшәмәй бит, – тине.


Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.


Шарап ҡойоусылар башлығы Йософҡа төшөн һөйләне: – Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы.


Батша: – Мин бер төш күреп йән тыныслығымды юғалттым, шуның нимә аңлатҡанын белгем килә, – тине.


Даниил батшаға былай тип яуапланы: – Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ.


Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың.


Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios