22 ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды.
Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.
Батша Даниилды Белтешассар тип йөрөттө, ул тиңдәшһеҙ рухҡа, төш юрау, төрлө серҙәрҙе аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеү өлкәһендә белемгә һәм зиһенгә эйә ине. Әйҙә, Даниилды саҡырһындар – ул яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирер.
Миңә иһә был сер башҡа кешеләрҙән аҡыллыраҡ булғаным өсөн асылманы, батша төшөнөң асылын һәм күңелендәге уйҙарын аңлаһын өсөн асылды.
Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?
– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.
Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.
Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның шарап ҡойоусыһы менән икмәк бешереүсеһе үҙ хакимдары – Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны.