Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 4:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ ишек төбөндә боҫоп һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 4:7
33 Referencias Cruzadas  

Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.


«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә – айырыуса.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбанлыҡ усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Ҡорбанға тип һуҡыр мал килтереү золом түгелме ни? Ҡорбанға тип аҡһаҡ, ауырыу мал килтереү яҡшы эшме ни? Алып барып ҡара әле ошондайҙы түрәңә – мөрхәтһенерме ул? Илтифат күрһәтерме һиңә? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.


Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».


– Ярай, – тине уға фәрештә, – һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлап алып ҡалырмын.


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алған Һинең һымаҡ башҡа алла бармы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios