5 ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.
Йәне нимә теләй, шуны бирҙең; Теленән төшкән үтенесен кире ҡаҡманың. Села
Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.
һәм уларға былай тине: – Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы минең менән.
Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.
Йән ҡыйыусы ғәйепһеҙҙе күрә алмаҫ, намыҫлыны юҡ итергә тырышыр.
Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!
Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, Йософтоң хужаһы асыуынан шартлай яҙҙы.
Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.
Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.