16 Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.
Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.
Мин һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен,
Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.
Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.
Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, улар баҡсала йөрөгән Раббы Алланың тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.
Эй Илаһым, ҡотҡар мине, Һыуҙар боғаҙыма етте.
Эй Аллам, уларҙы язала! Яман ниәттәре үҙҙәренең баштарына етһен. Ҡыу уларҙы һанһыҙ гонаһтары арҡаһында, Улар Һине кире ҡаҡты.
Ҡабил ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды. Ҡатыны ауырға ҡалды һәм улы Ханохты тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны.
Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.