Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 4:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 4:14
27 Referencias Cruzadas  

Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.


Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.


Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер.


Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.


ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ,


йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала.


Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ел ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.


күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ.


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышына ла өркөп ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар менән әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.


– Язам күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, – тине Ҡабил Раббыға. –


Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios