Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 39:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 39:14
21 Referencias Cruzadas  

Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине.


Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.


Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап ҡасҡанын күрҙе лә,


Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.


Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне: – Һин бында алып ҡайтҡан ғиври ҡолоң мине мыҫҡыл итергә теләне.


Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт: – Әйҙә, минең менән ят, – тине.


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нимә лә эшләмәнем!


Ул аяҡтарыңа абынырға бирмәҫ, Һине ҡурсалаусы һәр саҡ уяу.


Һине танығандарға мөхәббәтеңде, Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт.


Көн оҙоно дошмандар эҙәрләй мине, Миңә күптәр һөжүм итә, эй Юғарыларҙан Юғары!


Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Атың яманатлы, фетнә тулы ҡала, яҡындағылар ҙа, йыраҡтағылар ҙа һине мыҫҡыл итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios