Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 38:24 - Башкирский ВЗ (неполный)

24 Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 38:24
32 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.


Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.


Фәхишә янына ингән кеүек уның янына инделәр. Фәхишәгә барған һымаҡ был ике әхлаҡһыҙ ҡатын Оһола менән Оһоливаға барҙылар.


Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе.


Оһола Минеке була тороп фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә йән атты.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


– Миндә әле оҙаҡ йәшәрһең, тик уйнаш итмә, башҡа ир менән булып зина ҡылма – шул саҡ мин һинеке булырмын, – тинем.


Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең.


Һин ашшурҙар менән дә зина ҡылдың, ләкин туйманың; уйнаш иттең, әммә ҡәнәғәтләнмәнең.


Әммә һин гүзәллегеңә ышандың, шөһрәтең менән файҙаланып фәхешлек юлына баҫтың, һәр үткенсе менән зина ҡылдың.


Миңә хыянат иткән Исраилды зинаһы өсөн айырылышыу ҡағыҙы тоттороп ҡыуып ебәрҙем. Шул саҡта ла ҡарындашы хаин Йәһүҙәнең ҡурҡмағанын, фәхешлеккә бирелгәнен күрҙем.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.


«Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы?» Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. «Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!» – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхишәлек иттең.


Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.


Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.


Берәйһе ирле ҡатын, яҡынының ҡатыны менән зина ҡылһа, зинасылар икеһе лә үлтерелһен.


Шимғон менән Леви: – Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? – тип яуапланылар.


Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.


Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


– Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың.


Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.


Күршеләрең, енси дәрте ташып торған Мысыр улдары менән зина ҡылдың. Үҙеңдең тыйғыһыҙ аҙғынлығың менән Мине ярһыттың.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios