Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 37:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 37:9
19 Referencias Cruzadas  

Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!


Ул күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы.


Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуына, ғаиләләге балалар һанына ҡарап, ризыҡ өләште.


Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы.


Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән миңә килеп ет.


Һин, хакимым, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энегеҙ тағы бармы тип һорағайның.


Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙтүбән йығылдылар.


– Атайыбыҙ, һинең ҡолоң, иҫән-аман йәшәп ята, – тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы сәждәгә китеп йөҙтүбән ергә ҡапланып.


Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата.


Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.


Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософто әрләп ташланы: – Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа – мин, әсәйең, ағайҙарың – килеп һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙмы ни?


– Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios