Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 37:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 37:7
12 Referencias Cruzadas  

Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙтүбән йығылдылар.


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар.


Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.


Һин, хакимым, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энегеҙ тағы бармы тип һорағайның.


Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»


– Тыңлағыҙ әле, – тине Йософ уларға, – бына мин ниндәй төш күрҙем!


– Атайыбыҙ, һинең ҡолоң, иҫән-аман йәшәп ята, – тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы сәждәгә китеп йөҙтүбән ергә ҡапланып.


Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!


Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды: – Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios