Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 37:25 - Башкирский ВЗ (неполный)

25 Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 37:25
22 Referencias Cruzadas  

– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.


Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.


Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табиб юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?


Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр.


Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп, Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ, Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай.


Эй һин, ғиффәтле ҡыҙ Мысыр, Ғилғәдкә барып бәлзәм ал! Тик бушҡа ғына дауаланаһың, Һинең сиреңә шифа юҡ!


Зинасы ҡатындың да юлы шулай; ашар ҙа ауыҙын һөртөр: «Яман эш ҡылманым», – тиер.


Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә Биргән антында ныҡ торған;


Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды.


Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте.


Ниндәй бәхетле Һинән көс-ҡеүәт алған, Күңеленән Йортоңа сәйәхәт ҡылыуҙы ниәт иткән кеше!


Ул бөтә мал-мөлкәтен алып, Евфрат йылғаһын аша сыҡты ла Ғилғәд тауҙарына табан йүнәлде.


үҙен тотоп алып соҡорға ырғыттылар. Соҡор һыуһыҙ, буш ине.


Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.


Көнсығышта илдең сиге, Хауран менән Дамаск араһынан башланып, Ғилғәд менән Исраил ерҙәре араһында – Иордан йылғаһы буйлап барыр. Тоҙло диңгеҙгә, унан Тамар ҡалаһына тиклем етер. Был – көнсығыш сик.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, утлауҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios