Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 37:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 – Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та ҡырағай януар ашаған тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 – Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та, ҡырағай януар ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 37:20
25 Referencias Cruzadas  

Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?


Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.


тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар,


сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.


Ниндәй бәхетле Һин һайлап алып, Үҙеңә яҡынайтҡан, Өйөңдөң ишек алдында йәшәткән кеше! Йортоңдоң, мөҡәддәс ҡорамыңдың, Ниғмәттәрен беҙгә насип итһәң ине!


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


– Ана, беҙҙең төш күреүсе килә! – тиештеләр.


Йәһүҙә туғандарына: – Ҡустыбыҙҙы үлтереп уның ҡанын йәшереүҙән беҙгә ни файҙа?


Шунан уны аталарына килтереп бирҙеләр: – Бына беҙ нимә табып алдыҡ! – тине улар. – Ҡара әле, был һинең улыңдың күлдәге түгелме?


Яҡуп кейемде таныны: – Был улымдың күлдәге! Уны йыртҡыс талаған! Өҙгөләгәндәр, өҙгөләгәндәр Йософто!


– Мин Йософ, – тине ул ағаларына. – Атайым нисек, иҫәнме әле? Тегеләр иһә шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.


Улым, боҙоҡ әҙәмдәр аҙҙырырға маташһа, улар артынан эйәрә күрмә,


Һеҙ былай тинегеҙ: «Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ, Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк, Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ, Хәйләнең артына йәшендек».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios