12 Бер ваҡыт Йософтоң ағалары аталарының һарыҡтарын көтөргә Шәхәмгә китте.
Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡәнғән ерендә төйәкләнде.
Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.
Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.
Исраил Йософҡа былай тине: – Ағайҙарың Шәхәм эргәһендә мал көтә. Улар янына барып кил әле. – Ярай, – тип яуапланы Йософ.
Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар Раббы йортона икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.
былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.