33 Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.
Ҡара, дошман бөркөт кеүек осоп Босра өҫтөндә ҡанаттарын кирер. Ул көн Эдом яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар».
Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.
Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы – һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.
Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялмап йотһон».
Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған», – ти Раббы.
Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.
Беғор улы Белағ. Уның баш ҡалаһы Динһава тип атала.
Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була.
Ҡирйоҫ, Босра – Моав ерендәге алыҫ һәм яҡын бөтә ҡалаларға хөкөм килә.