Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 35:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 35:4
13 Referencias Cruzadas  

Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.


Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес.


Халыҡ яһаттырған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙы, туҙанға әйләнгәнсе онтаны. Онтағын һыуға һибеп, уны исраилдарға эсерҙе.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Уларға былай эшләгеҙ: ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ, боттарын утта яндырығыҙ.


Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море ағаслығына тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.


Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.


Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios