28 Исхаҡ йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне.
Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне.
Йософ йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. Уны бәлзәмләп, Мысырҙа бер табутҡа һалдылар.
Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө.
Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.
– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.