Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 35:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 35:2
58 Referencias Cruzadas  

Муса тауҙан төштө лә халыҡты изгеләндерҙе. Кешеләр өҫ кейемдәрен йыуҙы.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.


Ул арала Рәхилә илаһ һындарын алып, дөйә эйәре аҫтына тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы.


Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.


Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.


Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарығыҙҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.


Кеше үҙенә алла яһай аламы? Ысынында ул аллалар бит – Алла түгел!»


Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»


«Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.


Уйламай һөйләмә, йөрәгең дә Алла алдында һүҙ әйтергә ашыҡмаһын: Алла күктә, ә һин ерҙә, шуға күрә һүҙең аҙ булһын.


Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Ноғоми уға: – Күрәһеңме, килендәшең үҙ халҡына, үҙ илаһтарына ҡайтырға булды, бар, һин дә уның менән кит, – тине.


Әгәр Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын тыңламаһағыҙ, үҙегеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәреп, бөгөн һеҙгә бойорған юлдан тайпылһағыҙ, ләғнәткә дусар булырһығыҙ.


Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес.


Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ.


Минән башҡа аллаларың булмаһын.


Етенсе көндө кейем-һалымығыҙҙы йыуығыҙ, таҙа булырһығыҙ, шунан һуң тупламға ҡайтығыҙ.


Әгәр ҙә кейемен йыумаһа һәм йыуынмаһа, ғәйебе өсөн яза аласаҡ.


Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.


Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.


– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios