19 Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр.
Улар Бейт-Илдән китеп, Әфраҫаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды.
Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны.
– Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында, йәғни Бейт-Ләхәмдә ерләнем.
Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.
Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға Юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.
Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.
Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.
Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын!