Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 34:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 34:7
27 Referencias Cruzadas  

ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.


Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.


бер ҡатлы йәштәр төркөмө араһында иҫәр бер егет күҙгә салынды.


Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла.


Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел.


Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.


Әгәр ҙә бөтә Исраил йәмғиәте белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, халыҡ, үҙенең гонаһ ҡылғанлығын белмәһә лә, ғәйепле һанала.


– Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.


улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен – барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.


Шәхәмдең атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде.


Хамор уларға былай тине: – Улым Шәхәм ҡыҙығыҙға ғашиҡ булған. Зинһар, уны уға ҡатын итеп бирегеҙ!


Әгәр хәбәр дөрөҫ булып сыҡһа, ҡыҙҙың ғиффәтле булыуын иҫбатлаусы дәлил табылмаһа,


Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios