Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 34:30 - Башкирский ВЗ (неполный)

30 Яҡуп Шимғон менән Левиға: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Яҡуп Шимғон менән Левигә: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 34:30
33 Referencias Cruzadas  

Шунда исраилдар Раббының һүҙенә инандылар, Уға маҡтау йырланылар.


– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.


Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине.


Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.


Ғаиләһенә хәсрәт килтергәндең мираҫы ел булыр, ахмаҡ әҙәм аҡыллыға ҡол булыр.


Миһырбанлы әҙәм үҙенә бәрәкәт килтерер, рәхимһеҙ иһә зыянға тарыр.


Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.


Йософтоң Мысырҙа тыуған ике улы менән бергә Яҡуптың Мысырға күскән ғаиләһе етмеш кешенән тора ине.


Мысыр кешеләре, һине күрер ҙә: «Был уның ҡатыны», – тип мине үлтерер, һине тере ҡалдырыр.


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.


Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын әсир иттеләр, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне алып киттеләр.


Шимғон менән Леви: – Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? – тип яуапланылар.


Улдарының ҡатындарынан башҡа, Яҡуп нәҫеленән булған һәм уның менән бергә Мысырға күсеп килгән кешеләр бөтәһе алтмыш алты ине. Былар барыһы ла Яҡуптың нәҫеле.


Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.


Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море ағаслығына тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios