20 Хамор менән Шәхәм, ҡала ҡапҡаһына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:
Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.
Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ.
Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хак хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.
Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә, Хөкөмдә, ситкәрәк этәһегеҙ.
Ҡала ҡапҡаһы янында, хөкөмдә, фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.
Ире ҡала ҡапҡаһы янында яҡшы таныш, илдең аҡһаҡалдары ҡоронда ултырыр.
яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер.
Ғәфрон халҡы араһында ултыра ине. Ул ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған барлыҡ хиттиҙәр ҙа ишетерлек итеп Ибраһимға:
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Йәш егет был эште һуҙып торманы, сөнки Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине.
– Был кешеләр беҙҙе дуҫ күрәләр. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарына өйләнербеҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ.
Раббы Сиондан һиңә хәйер-фатиха бирһен! Йәрүсәлимдең хөр тормошон күрерһең Бөтөн ғүмерең буйынса!