40 Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым.
Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне.
Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.
Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы малың, төндәме – һин минән талап иттең.
Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.
Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы
Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем».
Эшенең файҙаһын күрә, төндәрендә лә шәме һүнмәй;