Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 31:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 31:3
26 Referencias Cruzadas  

Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Шунан былай тип ялбарҙы: – Олатайым Ибраһимдың Аллаһы, атайым Исхаҡтың Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, игелек ҡылырмын, тинең!


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».


Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.


йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡәнғәнгә, үҙ атаһы Исхаҡ янына ҡайтыу яғына ыңғайланы.


Рәхилә Йософто тапҡандан һуң, Яҡуп Лаванға былай тине: – Миңә үҙ йортома, тыуған яғыма ҡайтырға рөхсәт ит.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Саҡырғанда яуап ҡайтарырмын, Ҡайғылы мәлендә – янында булырмын, Йолоп алырмын, данға күмермен.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.


Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе


Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм».


Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios