Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 30:27 - Башкирский ВЗ (неполный)

27 – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 30:27
25 Referencias Cruzadas  

Тоҡомдары ҡәүемдәр араһында мәшһүр булыр, Заттары халыҡтар араһында танылыр. Уларҙы күргән һәммәһе аңлар: Был – Раббы фатихалаған халыҡ».


Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ.


Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


– Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! – тине Мысыр кешеләре. – Һин хакимыбыҙҙың күңеленә хуш килеп, фирғәүенгә ҡол булып йәшәйек.


– Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, – тип тәҡдим итте Ғаяз. – Кәрәкмәҫ ул, – тип яуапланы Яҡуп. – Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең үҙе еткән.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


– Эй хакимым, әгәр күңелеңә хуш килһәм, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәһәң ине.


Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды,


Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


Ә Шәхәм үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине: – Әгәр күңелегеҙгә хуш килһәм, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирергә әҙермен!


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


Муса Раббыға былай тине: – Мин ҡолоңдо ниңә ыҙалатаһың? Ниңә Һин мине хуш күрмәйһең, ниңә был халыҡтың бөтә ауырлығын минең иңемә һалаһың?


Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios