Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 3:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 3:6
19 Referencias Cruzadas  

Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте.


Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, уларҙың һыйынысын, һөйөнөсөн һәм данын, күҙҙәренең ҡыуанысын, күңелдәренең йыуанысын, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алған көнөмдә,


– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт: – Әйҙә, минең менән ят, – тине.


Ә әҙәмгә Раббы Алла шуны әйтте: «Ҡатыныңдың һүҙен тыңлап, Мин ашама тип тыйған ағастың Емешен ашаған өсөн Тупраҡ һинең арҡаңда ҡәһәрләнде: Ғүмерең буйы яфаланып табасаҡһың ризығыңды.


– Һин миңә иш булһын тип биргән ҡатын – ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, – тип яуапланы әҙәм.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios