Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 3:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаған көндө күҙегеҙ асыласаҡ та, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, Алла кеүек буласаҡһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаған көндө күҙегеҙ асыласаҡ та, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, Алла кеүек буласаҡһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 3:5
31 Referencias Cruzadas  

– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.


тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Шунан Раббы Алла былай тине: – Бына Әҙәм, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, беҙҙең беребеҙ кеүек булды. Инде тереклек ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуймаһын тағы!


– Баҡсала тауышыңды ишеттем дә яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.


Икеһенең дә күҙҙәре асылды һәм үҙҙәренең яланғас булғандарын аңланылар. Шуға күрә инжир япраҡтарынан алъяпҡыс әтмәлләп алдылар.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Болоттарҙан да өҫкәрәк менермен, Юғарыларҙан Юғарыға тиң булырмын“.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны, арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар.


Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“, – тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең.


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Ҡараһаңсы, яуап ҡайтарһаңсы, Раббым Аллам! Күҙҙәремә нур бир, үлем йоҡоһона талмайымсы!


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.


Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios