Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 3:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 3:19
33 Referencias Cruzadas  

Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын.


Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Ул һине аусының тоҙағынан, Үлемесле сирҙәрҙән ҡотҡарыр.


Барыһы ла бер урынға китә: тупраҡтан яралғандар тупраҡҡа ҡайта.


– Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:


Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.


Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?


– Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡынамын. Мәрхүмә ҡатынымды дәфен ҡылыу өсөн миңә биләмә итеп зыярат урыны һатһағыҙ ине.


Мал-тыуарҙар өсөн – үлән, Кешенең ихтыяжына иген үҫтерәһең, Тупраҡтан ризыҡ алһындар, тиһең.


Был бик яман фажиғә: кеше нисек килгән булһа, шулай китә. Елгә осҡан ауыр хеҙмәтенән уға ни файҙа?


Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.


Аҡыл юлынан тайпылған әҙәм үлеләр донъяһында урын алыр.


Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, Ҡырҙағы үләндәр менән туҡланырһың.


Шул саҡ Исраил Мысырға килеп төштө, Күсеп Хам ерендә төйәкләнде Яҡуп.


Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.


Әҙәм туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп вафат булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios