Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 3:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 3:16
30 Referencias Cruzadas  

Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ ишек төбөндә боҫоп һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.


«Улар хаҡында ишетеп Ҡулыбыҙ һәленеп төштө. Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнебеҙҙе өттө.


Әгәр ире ишетеп тыйһа, ҡатындың әйткән нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булмаҫ, сөнки ире кире ҡаҡты, ә Раббы ҡатынды ғәфү итер.


Эй Ливанда төйәкләнгән, Эрбет ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.


Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр.


Дамасктың ҡото осто, Ҡасырға әҙерләнде, ҡурҡыуға бирелде, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапҡа сорналды.


Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Ниңә ҡурҡырға миңә яман көндәрҙә? Мәкерлеләрҙең яуыз эштәре мине уратып алғанда?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios