7 һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте.
Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.
Улым, ата нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма;
Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас.
Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.
Ғаяз Исхаҡтың Яҡупҡа фатиха биреп, уны Паддан-Арамға ҡатын алырға ебәреүен, атаһының фатиха биреү менән бергә Яҡупҡа Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ҡатын алмаҫҡа ҡушыуын белде
Шунда Ғаяз ҡәнғәни килендәрҙең атаһына оҡшамауын аңланы.