Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 28:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 28:2
16 Referencias Cruzadas  

Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне.


Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине.


Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә


Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.


Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.


Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе эргәһенә килде – ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ эргәһендә тора ине.


Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты.


йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡәнғәнгә, үҙ атаһы Исхаҡ янына ҡайтыу яғына ыңғайланы.


Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.


Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.


Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт.


Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios