Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 27:29 - Башкирский ВЗ (неполный)

29 Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 27:29
40 Referencias Cruzadas  

Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр, Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар.


Алла ләғнәтләмәгәнде, Мин нисек ләғнәтләйем? Алла ҡарғамағанға Нисек ҡарғыш һалайым?


Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!


Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?


– Тәүҙә ант ит! – тине Яҡуп. Ғаяз ант итеп Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе.


Алла Йәфәҫ биләмәләрен киң ҡылһын! Шемдың сатырҙарында йәшәһен! Ҡәнғән Йәфәҫкә ҡол булһын!


Исхаҡ Яҡупҡа фатихаһын биреп, Яҡуп атаһы янынан сығып китеү менән, Ғаяз ауҙан ҡайтып инде.


Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.


Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософто әрләп ташланы: – Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа – мин, әсәйең, ағайҙарың – килеп һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙмы ни?


Дошманы Эдом баҫып алыныр, Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр, Исраил көсәйгәндән көсәйер.


Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios