Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 26:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 26:4
22 Referencias Cruzadas  

Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.


Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.


Улар менән килешеү төҙөштөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым.


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios