30 Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте.
Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.
Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.
Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.
Иртән торғас, улар бер-береһенә ант биреште. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте.
Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.