14 Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы.
Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.
Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.
Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Раббының исеме данланып торһон!
Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.
Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.
Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.
Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе.
Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.