Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 24:67 - Башкирский ВЗ (неполный)

67 Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

67 Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 24:67
16 Referencias Cruzadas  

Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуғаның ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы – Ғадуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте.


Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


Мин һине әсәйемдең өйөнә Етәкләр ҙә алып ҡайтыр инем. Һин мине яратырға өйрәтер инең, Мин һине хуш еҫле шарап менән, Анарым шәрбәте менән һыйлар инем.


Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға: – Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, – тине.


Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине: – Өс сеа иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер.


Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне.


Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Ҡытура ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios