52 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.
Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем.
Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы:
Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.
Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә.