Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 24:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 24:3
49 Referencias Cruzadas  

Шунда Ғаяз ҡәнғәни килендәрҙең атаһына оҡшамауын аңланы.


Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


Раббы Аллағыҙҙан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


ул саҡта ҡаһин ҡатынды ҡәһәр анты менән ҡарғап: «Раббы һинең миҫалыңда халҡыңа нисек ҡәһәрҙең ғәмәлгә ашҡанын күрһәтһен, – тиһен. – Раббы ҡарыныңды буш итһен, ҡорһағыңды күптерһен.


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.


Шунан Рабиға Исхаҡҡа: – Был хитти ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хитти ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл! – тине.


Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.


Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!


Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа һәм унан һуңыраҡ та ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Ҡайғы күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».


Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Аллағыҙҙың исемен хурламаҫ өсөн, Минең исемем менән ялған ант итмәгеҙ. Мин – Раббы.


малды ҡарарға алған әҙәм, кеше мөлкәтенә хасланмауын раҫлап, Раббы хозурында ант итһен. Мал хужаһы иһә антты ҡабул итергә тейеш. Шулай булғанда был мал өсөн хужаға хаҡ түләнмәй.


– Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға ҡулымды күтәреп ант итәм.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Исхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нәсихәтен әйтте: – Ҡәнғән ҡыҙҙарына өйләнәһе булма.


– Ант ит, – тине Исраил. Йософ ант итте, ә Исраил ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе.


Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы беҙҙең егеттәргә кейәүгә бирегеҙ, ә беҙҙең ҡыҙҙарҙы үҙегеҙгә кәләш итеп алығыҙ.


Шунда уға Ҡәнғәндән Шуға исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде,


Өйләнегеҙ һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios