28 Ҡыҙ өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, барыһын да һөйләп бирҙе.
Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер нәмә лә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде.
Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.
Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе: – Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, – тинеләр.
Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем.
Шунан уға: – Мин һинең атайыңдың туғанымын, Рабиғаның улы булам, – тине. Рәхилә был хәбәрҙе атаһына әйтергә йүгерҙе.
Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе эргәһенә килде – ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ эргәһендә тора ине.