19 Шунан былай тине: – Хәҙер мин дөйәләреңде лә һуғарам, әйҙә, туйғансы эсһендәр.
Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», – тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», – тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын!
Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе – дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны.