Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 22:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 – Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 – Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 22:12
42 Referencias Cruzadas  

Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы


атайың Ибраһим Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.


– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.


Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде.


Үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын Бәғелгә тотош яндырыу ҡорбаны итеп утта яндырыу өсөн Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәнем, ундай нәмә әйтмәнем, хатта уйламаным да“.


– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.


Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт, Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ.


Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.


Өсөнсө көндө уларға былай тине: – Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам.


Ибраһим башын күтәреп ҡарағайны, ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡ тәкәһен күреп ҡалды. Ибраһим тәкәне барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды.


– Раббы былай тине: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios