9 Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улының Исхаҡтан көлгәнен күреп,
Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе. Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты.
Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине.
Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып Еңелеүенән көлдөләр генә.
Хатта йәш баланы холҡонан, сафлығын һәм тоғролоғон эштәренән белеп була.
Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен.
Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.
Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.
Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.