27 Шунан һуң Ибраһим, Авимәләхкә ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө.
Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды.
Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.
Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.
Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә ҡайҙа боролһаң да файҙа килтерә.
Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, ул беҙҙең арала шаһит булһын.
Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.
– Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, – тип яуапланы Авимәләх. – Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине.
Ваҡ мал көтөүенән ете бәрәс һарыҡты алып айырым ҡуйҙы.