25 Әммә ул Авимәләхкә: – Ҡолдарың минең бер ҡоҙоғомдо тартып алды, – тип зарланды.
Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә, йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ.
Яҡының менән дәғүәләшәһең икән үҙ-ара хәл ит, башҡаның серен сисмә,
Белеклегә шелтә лә һабаҡ, ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ.
Улар: – Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса, ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, – тип яуапланы.
Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине.
– Ант итәм, – тине Ибраһим.
– Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, – тип яуапланы Авимәләх. – Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине.