11 Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды, сөнки Исмәғил дә үҙ улы ине бит.
Шунан Аллаға: – Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең Һинең хозурыңда йәшәүен насип итсе, – тине.
Әммә Алла уға былай тине: – Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ.