Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 20:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 20:7
42 Referencias Cruzadas  

Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, һин иһә уны киҫәтмәһәң, уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк, әммә уның ҡаны өсөн Мин яуаплылыҡты һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, һин иһә уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


Әгәр улар пәйғәмбәр икән, уларҙа Раббы һүҙе бар икән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһының һарайында һәм Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәрҙең Бабилға алып кителмәүен юллаһындар.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


Шунан Раббы миңә: – Был халыҡҡа яҡшылыҡ юллап Миңә ярбарма, – тине. –


Ҡаһин был кешене Раббы хозурында гонаһынан паклар һәм уның ғәйебе ярлыҡаныр.


ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йә йәки тапҡанын; алманым тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен.


– Дөрөҫ эшләмәйһең, – тине ҡайныһы Мусаға, –


Раббы Мусаға былай тине: – Ҡара, Мин һине фирғәүен алдына Алла һымаҡ ҡуйҙым, ә ағайың Һарун һинең пәйғәмбәрең булыр.


Һинең урыныңа халыҡ менән Һарун һөйләшер. Ул һиңә ауыҙ һымаҡ, ә һин уға Алла һымаҡ булырһығыҙ.


Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.


Әммә Раббы Ибрамдың ҡатынын үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның һарайындағы кешеләргә ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе.


Ҡатынды күргән һарай әһелдәре уның матурлығы хаҡында фирғәүенгә еткерҙе. Сараяны фирғәүендең һарайына алдылар.


тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Икенсе көндә Авимәләх иртә менән торҙо ла, яҡын кешеләрен йыйып алып, ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе – барыһы ла бик ныҡ ҡурҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios